Башҡорт теле көнө
Декабрь 17, 2018
Просмотров: 40
14 декабрь – Башҡортостанда башҡорт теле көнө тип иғлан ителде. Был көн башҡорт халҡының күренекле мәғрифәтсеһе, сәсән-шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө менән тап килә. Беҙҙең мәктәптә ошо икеләтә байрам уңайынан төрлө саралар ойошторолдо. М. Аҡмулланың тыуған көнөнә бәйле дәрестәрҙән һуң, “Әсәм теле-сәсән теле” тип аталған ҙур сара ойошторолдо. 9-11-сы класс уҡыусылары “Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам” девизы аҫтында тоталь диктант яҙҙы.