1. Ученикам
  2. Новости
  3. Республика көнө

Республика көнө

Октябрь 3, 2018 Просмотров: 47

Республика көнөн ҡаршылап йыл һайын район үҙәк китапханаһы уҡыусы балаларға патриотик тәрбиәүи белем биреү маҡсатында төрлө саралар үткәрә. Быйыл да Башҡортостан Республикаһының үҙаллы дәүләт булып иғлан ителеүенә 28 йыл тулыу айҡанлы 8-се а класы уҡыусылары менән берлектә Дәрес-викторина үткәрҙеләр.
Сара Башҡортостан республикаһы гимны менән башланып китеүе менән мәртәбәле булды. Китапхана дәресе барышында китапханасылар Башҡортостан тарихы, уның танылған шәхестәре тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирҙеләр. 
“Башҡортостаныбыҙҙы беләһеңме” исемле викторинала уҡыусылар үҙ белемдәрен һынаны, иң әүҙемдәргә приздар тапшырылды.