1. Ученикам
  2. Новости
  3. “Мин рухымдың аҫыл хазинаһы”

“Мин рухымдың аҫыл хазинаһы”

Январь 24, 2018 Просмотров: 66

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, С.Юлаев премияһы лауреаты, яратҡан яҙыусыбыҙ Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы “Мин рухымдың аҫыл хазинаһы” исемле әҙәби-музыкаль кисә ойошторолдо. Кисәлә Ҡустыбаева Юлиә Айса ҡыҙы етәкләгән 5 “а” синыфы уҡыусылары ҡатнашты. Сара барышында әҙибәнең тормош һәм ижад юлына байҡау яһалды. 
Зәйнәб Биишеваның ижадына арналған викторинала балаларҙың әүҙем ҡатнашыуы әҙибәнең ижадына битараф булмауҙарын күрһәтте. Викторина һорауҙарына иң әүҙем яуап биреүсе уҡыусылар: Боҫҡонов Заһир, Ҡаһарманов Арыҫлан, Баязитова Айлина, Искужина Карина, Аллаяров Ғайсар, Хасанов Искәндәр. Сара дөйөм фотоға төшөү менән тамамланды. Ошондай матур сараларҙан һуң беҙҙең китап уҡыусылар һаны ла арта, шуныһы ҡыуаныслы.