Әлифба байрамы!

Март 28, 2025 Просмотров: 252
Рәхмәт , һиңә, Әлифбабыҙ                         
Белем иленең башы.                                 
Асыштарҙың, табыштарҙың                   
Бәхеттең нигеҙ ташы.

Әлифба байрамы - ҡабатланмаҫ баласаҡ иленең иң шәп байрамдарының береһе. Ер йөҙөндәге кем генә булмаһын, ҡайҙа ғына эшләмәһен ул ҙур тулҡынланыу менән үҙенең тәүге китабын Әлифбаны ҡулға алғанын иҫкә төшөрә. Сөнки һәр кемдең белем донъяһына аяҡ баҫыуы тик Әлифбанан ғына башланған. Тимәк, Әлифба китабы оҙон ғүмерле, тәрән мәғәнәле, баһалап бөткөһөҙ байлыҡ.
  Бөгөн 1 а класында ҙур байрам-  "Әлифба" байрамы үткәрелде. 1 класс уҡыусылары байрамды ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алды.  Әле яңы ғына мәктәп ишеген асып ингән уҡыусыларыбыҙ хәҙер уҡый, яҙа белә.  Байрамда уҡыусылар шиғырҙар ятланылар, йырланылар, бейенеләр, йомаҡ ҡойҙолар, әкиәт сәхнәләштерҙеләр . 1 класс укыусыларын  ата-әсәләр ҙә ҡотланы. Балаларға иҫтәлекле бүләктәр бирелде. Байрам бер тында һиҙелмәйсә үтеп тә китте. Яңы ғына мәктәп ишеген асҡан беренселәр белем тауының тәүге баҫҡысына ла баҫтылар. Артабан да уларға уңыштар ғына теләргә ҡала. Хөрмәтле ата-әсәйҙәр! Балаларҙың әлифбаны тырышып үҙләштереүендә һеҙҙең өлөш бик ҙур! Һеҙгә лә бик ҙур рәхмәт!