Башҡорт теле көнө
Декабрь 14, 2022
Просмотров: 27
14 декабрь – Башҡортостанда башҡорт теле көнө тип иғлан ителде. Был көн башҡорт халҡының күренекле мәғрифәтсеһе, сәсән-шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө менән бәйле. Баймаҡ ҡалаһы 3-сө һанлы урта мәктәбендә ошо байрамға арнап, төрлө саралар ойошторолдо:
Башҡорт теле көнөнә бағышланған тантаналы линейка, Башҡорт теле көнөнә арналған берҙәм дәрес үткәрелде. Унда уҡыусылар башҡорт теле, башҡорт халҡының мәҙәниәте, милли кейеме, милли аш - һыуы менән яҡындан танышты.Математика, биология, тарих, музыка дәрестәре башҡорт телендә үтте. Шулай уҡ уҡыусылар араһында шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе ойошторолдо. 6, 9 класс уҡыусылары өсөн Йортбаков Р.Р. " Кем отличник булырға теләй" исеме аҫтында кластан тыш сара үткәрҙе. Был сарала уҡыусылар телебеҙ, илебеҙ тарихы, мәҙәниәте менән танышты.
14 декабрь уҡыусылар өсөн бик файҙалы, фәһемле үтте. Уҡыусыларҙа башҡорт теле, башҡорт тарихына ҡарата тик йылы, матур хис-тойғолар уянды.