Башҡорттарҙың милли кейемдәре-ул үҙе бер сәнғәт.
Апрель 15, 2022
Просмотров: 43
Бөгөн беҙҙең ҡаланың 3-сө һанлы мәктәбендә уҡыусылар, уҡытыусылар башҡорт милли кейемендә мәктәпкә килделәр. Дәрестәрҙә уҡыусылар сағыу милли кейемдәрҙә, милли кейем элементтары менән, милли биҙәүестәр менән ултырҙылар.
Беҙҙең бөгөнгө класс сәғәте дәресенең темаһы « Башҡорт милли кейемдәре тураһында» буды. Һәм башҡорт кейемдәре тураһында белемебеҙҙе байытыу , уларға ҡыҙыҡһыныу уятыу,Тыуған илгә,телгә һөйөү тәрбиәләү бөгөнгө көндөң маҡсаты булды . Класс сәғәттәрендә Башҡортостанда йәшәүсе күп милләтле халыҡтар, уларҙың кейем өлгөләре менән таныштылар.